Thursday, 3 December 2015

Başqırdıstan



Başqırdıstan
Башҡортостан моделе «Азияның камиллыҡ гүзәле-2015» титулына эйә булды
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ҡытайҙа «Азия супер моделе-2015» Х халыҡ-ара реалити-шоуын төшөрөү тамамланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан исеменән унда «Һылыуҡай – Bashkirian Beauty» студияһы моделе Диана Зөбәйерова, «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Тимур Сәхәүетдинов һәм режиссер, «Һылыуҡай – Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһирова ҡатнашты. Өс аҙна дауамында Япония, Малайзия, Корея, Таиланд, Ҡытай, Яңы Зеландия, Һиндостан, Рәсәй, Монголия илдәренән 20 модель көс, етеҙлек, уйлап табыу һәләте буйынса ярышты. Проектты Ҡытай ауылдарында, йәмле тауҙарҙа, сәй һөм дөгө плантацияларында, йәнле ҡала урамдарында төшөргәндәр. Бәйгенең финалы Гуанси-ТВ студияһында үткән. Конкурстың төп таждарын Ҡытай һәм Һиндостан вәкилдәре яулаған. Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан ҡатнашыусылар махсус наградаларға һәм номинацияларға лайыҡ булған. Тимур Сәхәүетдинов «Шоуҙың иң әүҙем ҡатнашыусыһы» номинацияһында диплом менән бүләкләнде. Диана Зөбәйерова иһә «Азияның камиллыҡ гүзәле-2015» титулына эйә булды. Ҡытайҙың модель агентлыҡтары уға килешеү төҙөргә тәҡдим итте. «Азияның супер моделе-2015» реалити-шоуының телевизион версияһы Ҡытай телевидениеһы экрандарына сентябрҙә сыға. Конкурсты ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, квест-сериал өс ай дауам итәсәк.
 
Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы асыла
Башҡортостан, "Башинформ", 28 февраль 2012.
Бөгөн, 27 февралдә, Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы асыла. Унда ҡатнашыу өсөн барлыҡ Рәсәй субъекттарынан 800-ҙән ашыу делегат йыйыласаҡ. Форумда аграр тематикаға бәйле бөтә төр мәсьәләләр ҡараласаҡ, шулай уҡ ауылдағы социаль-иҡтисади сәйәсәттең төп проблемалары тикшереләсәк.
Форумдың тәүге көнөндә төрлө майҙансыҡтарҙа биш түңәрәк өҫтәл ойоштороу планлаштырылған. Шулай итеп, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше һәм агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү», «Ауылда бәләкәй хужалыҡ формаларын һәм кооперацияны үҫтереү» кеүек темалар тикшереләсәк. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһында «Агросәнәғәт комплексын технологик яҡтан яңыртыу» һәм «Ауыл хужалығы страховкалауын үҫтереү» кеүек темаларға түңәрәк өҫтәлдәр үткәреләсәк. «Ауыл хужалығында ер мөнәсәбәттәрен көйләүгә бәйле хоҡуҡи мәсьәләләр» темаһы иһә БР Ауыл хужалығы министрлығында ҡараласаҡ.
Шишәмбе, 28 февралдә, Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник 2013-2020 йылдарға Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрергә тейеш.
Форумдың пленар ултырышы Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков ҡатнашлығында көндөң икенсе яртыһында Конгресс-холда үтәсәк. Форум аҙағында резолюция ҡабул ителәсәк.
Бөтә Рәсәй аграр форумы сиктәрендә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайындағы һәм Конгресс-холдағы күргәҙмәләрҙә Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән тауарҙар экспозицияһы тәҡдим ителәсәк.
http://www.bashinform.ru/bash/437697/
 
Урал аръяғындағы Күлйорттау ятҡылығын тергеҙеү планлаштырыла
Башҡортостан, "Башинформ", 28 февраль 2012.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Башҡортостандың Урал аръяғында тормошҡа ашырыласаҡ пилот эко-проектын әҙерләне. Ул республиканың Баймаҡ районында урынлашҡан Күлйорттау ятҡылығының техноген сәбәптәр арҡаһында бысранған һәм элекке матурлығын юғалтҡан тәбиғи ландшафттарын тергеҙеүгә йүнәлтелгән.
— Яҡын арала был проектты «2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына» индереү планлаштырыла. Ошоноң арҡаһында Күлйорттау ятҡылығының ландшафттарын тергеҙеүгә китәсәк сығымдарҙы күҙаллау, бөтә Урал аръяғындағы техноген сәбәптәр арҡаһында боҙолған һәм бысранған тәбиғәт ландшафттарын тергеҙеү буйынса артабанғы стратегияны һәм тактиканы билдәләү мөмкин буласаҡ, — тип хәбәр итте төбәктең БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Нина Никандрова.
http://www.bashinform.ru/bash/437657/
 
Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау ойошмалары ассамблеяһы булдырыласаҡ
Уфа, 20 февраль, Башинформю. Һаулыҡ һаҡлау ойошмалары ассамблеяһының тәүге ултырышы йома, 24 февралдә, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үтәсәк.
Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире, БР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, профессор Шамил Ганцев билдәләүенсә, яңы йәмәғәт ойошмаһы профессиональ берләшмәнең мәнфәғәттәрен яҡлау, һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы закондарҙы тикшереүҙә әүҙем ҡатнашыу, тармаҡ эшмәкәрлеге сифатын һәм табиптарҙың эшләү шарттарын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр булдырыу маҡсатында ойошторолған.
— Табиптар сәйәсәттән ситтә ҡалырға тейеш түгел, улар лидерҙарын үҙҙәре билдәләргә тейеш. Медицина берләшмәһенең дәүләт яҙмышын билдәләүсе кешеләр иҫәбендә булыуын теләр инем, — тип иҫәпләй Шамил Ганцев. – Бынан тыш, ыңғай процестарға тәьҫир итеү, төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү сәйәсәтен билдәләү өсөн йәмәғәт ойошмаларының фекерен ишетеү зарур, был бик мөһим.
Әлеге сараны ойоштороусы БР Медицина лигаһы бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ ижтимағи-сәйәси инструмент булараҡ ойошторолдо: 2011 йылдан Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе етди үҙгәрештәргә иҫәп тота. Бындай үҙгәрештәргә медицина һәм фармацевтика берләшмәһенең, дәүләт институттары һәм эшлекле даирәнең берлектәге тырышлыҡтарынан тыш өлгәшеп булмай. Бөгөн системалы процестарға йоғонто яһау, төҙәтмәләр индереү, Рәсәйҙең юғары һөҙөмтәле ышаныслы һәм абруйлы һаулыҡ һаҡлау системаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
БР Медицина лигаһы маҡсаттарына төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә үткәрелгән ҙур саралар ярҙамында ирешмәксе. Был саралар араһында – съездар, форумдар, конгрестар, конференциялар; һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә закондар сығарыу инициативаһы; закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарына үҙ кандидаттарын тәҡдим итеү.
Ассамблея сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау индустрияһы. Киләсәккә ҡараш» күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.
 
В Башкирии будет создана региональная Ассамблея организаций здравоохранения
Уфа, 20 февраля, Башинформ. Первое заседание Ассамблеи организаций здравоохранения «Медицина РБ 2012» пройдет в пятницу, 24 февраля, в Государственном Собрании — Курултае Республики Башкортостан.  
По мнению заведующего кафедрой хирургии и онкологии Башкирского государственного медицинского университета (БГМУ), члена-корреспондента Академии наук РБ, профессора Шамиля Ганцева, новая общественная организация призвана защищать интересы профессионального сообщества, активно участвовать в обсуждении законов, касающихся здравоохранения, разрабатывать свои предложения по улучшению качества работы отрасли и условий труда врачей и медсестер.
— Врачи, наши современники, не должны оставаться вне политики, они должны сами определять своих лидеров. Хотелось бы, чтобы медицинская общественность была в числе тех людей, которые определяют судьбу государства, — считает Шамиль Ганцев. – Кроме того, чтобы воздействовать на позитивные процессы, взвешенно определить политику развития здравоохранения на территории региона необходимо услышать мнение общественных организаций, это очень важно.
Медицинская Лига РБ, которая выступает организатором проведения данного мероприятия, учреждена как общественно-политический инструмент, позволяющий решить системные задачи здравоохранения сегодня: с 2011 года российское здравоохранение ориентировано на существенные изменения. Подобное реформирование невозможно без согласованных усилий медицинских и фармацевтических сообществ, государственных институтов и деловых кругов. Сегодня сформированы условия, при которых возможность влиять на системные процессы, вносить собственные коррективы, активно участвовать в создании новой высокоэффективной надежной и авторитетной российской системы здравоохранения становится все более реальной.
Медицинская Лига РБ намерена достигать своих целей через крупные события регионального, российского и международного уровня — съезды, форумы, конгрессы, конференции; общественную экспертизу и законотворческие инициативы в области здравоохранения; выдвижение и делегирование своих кандидатов в законодательные и исполнительные органы власти; содействие созданию структур, позволяющих решать системные задачи.
В рамках Ассамблеи будет проходить выставка «Индустрия здравоохранения в РБ. Взгляд в будущее».
 

No comments:

Post a Comment

Featured post

Five Years After Reconversion: Hagia Sophia Embodies Turkey’s Cultural Crossroads

  ISTANBUL, JULY 2025   — Half a decade has passed since the iconic Hagia Sophia resumed its role as a working mosque, marking a watershed m...

Popular Posts